+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һорауҙарығыҙ булһа, бирә алаһығыҙ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика менән идара итеү үҙәге менән берлектә республикабыҙ университеттарына ҡабул итеүгә арналған тура эфир ойоштора. Брифинг бөгөн, 12 июлдә, 18.30 сәғәттә уҙасаҡ.

Һорауҙарығыҙ булһа, бирә алаһығыҙ
Һорауҙарығыҙ булһа, бирә алаһығыҙ

Университет сайтында уҡырға инеүең тураһындағы мәғлүмәтте нисек табырға? Ситтән килеүселәргә нисек ятаҡҡа урынлашырға? Студентҡа университетта прививка һалдыртырға мөмкинме? Яңы уҡыу йылында дистанцион уҡыу буласаҡмы? Ошондай һәм башҡа һорауҙарға республика юғары уҡыу йорттары етәкселәре, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин яуап бирәсәк. Һорауҙарҙы ошо һылтанма буйынса ебәрергә мөмкин. Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телевидение каналынан һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарай алаһығыҙ.

 

Фото: https://vk.com/bash_tv.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: