+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең июль айы еңеүселәре лә билдәле булды. Был юлы Белорет, Әлшәй, Ҡыйғы, Ғафури райондарынан, Өфө, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан дүрт ҡыҙ һәм өс егет һынау тотто.

Урал батырҙай шәп егет менән Һомайҙай һылыу ҡыҙҙы билдәләүе дуҫтарыбыҙға, моғайын, еңел булмағандыр. Сөнки был конкурста иң уңғандар, иң һәләтлеләр генә ҡатнаша бит. Шулай ҙа бәйге булғас, еңеүсеһеҙ булмай инде. Каникул көндәре булыуға ҡарамаҫтан, бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Егеттәр араһында 470 тауыш йыйып,Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙың XI синыфы уҡыусыһы Ибраһим Азаматов, ә ҡыҙҙарҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 10-сы мәктәптең I синыф уҡыусыһы Наҙгөл Ишморатова еңеп сыҡты! Ул 426 тауыш йыйған! Еңеүселәр бәйгенең икенсе этабында ҡатнашыу хоҡуғы ала.

Ғафури районы Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының Х синыф уҡыусыһы Милена Абдуллина II урын яуланы. Әлшәй районы Раевка гимназияһының X синыф уҡыусыһы Аделина Насирова III урынға лайыҡ булды.

Егеттәр араһында II урынға Белорет районы Сермән мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Вилнур Фәхретдинов сыҡһа, III урынды Өфөләге 161-се лицейҙың III синыф уҡыусыһы Арыҫлан Ҡырымсурин эләктерҙе! Ҡотлайбыҙ!

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла «Йәншишмә» гәзитенең Почет грамотаһы ебәреләсәк.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: