Быйылғы эҫе йәйҙә ял итергә ситтән урын эҙләү һис тә кәрәкмәйҙер ул. Үҙебеҙҙең мөғжизәле тыуған еребеҙҙең тәбиғәте иҫ киткес матур һәм һоҡланғыс бит! Ҡарағыҙ әле, ана, Ауырғазы, Ғафури, Баймаҡ, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Миәкә, Мәсетле, Салауат, Хәйбулла, Өфө һәм ауылға ҡайтҡан Мәскәү балалары нисек рәхәтләнеп ял итә!
Дуҫтар, һеҙ ҙә йәйге каникулығыҙҙы күңелле, файҙалы, иҫтәлекле итеп үткәрегеҙ, тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотмағыҙ, йәме.
Махсус бите Зөһрә ХӘКИМОВА әҙерләне.