+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
27 Июль 2021, 14:39

Онлайн-сменаларҙа ҡатнаша алаһығыҙ!

Лагерҙарҙың онлайн-сменаларын ойоштороу мәктәп уҡыусыларына күп мөмкинлектәр аса. Ауыл йәки ҡалала өйҙә ултырып, төрлө йүнәлештәр буйынса үҙеңде үҫтерергә, шул уҡ ваҡытта ялыңды файҙалы итеп үткәрергә лә була.

Онлайн-сменаларҙа ҡатнаша алаһығыҙ!
Онлайн-сменаларҙа ҡатнаша алаһығыҙ!

Баш ҡалабыҙҙағы «Калейдоскоп», «Меридиан», «Эдельвейс» өҫтәмә белем биреү учреждениелары, йәһүд йәкшәмбе мәктәбе июнь-июль айҙарында «Һәр баланың уңышы» тигән исем аҫтында онлайн-сменалар ойошторғайны. Уға ярашлы, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар, уйындар, һөйләшеүҙәр ойошторолдо.

Ә алдағы онлайн-сменалар 2 – 6, 9 – 13, 23 – 31 августа түбәндәге һылтанма буйынса https://vk.com/okt_detionline үтәсәк. Дуҫтар, онлайн-сменаларҙа һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ.

 

Фото: https://vk.com/publicguo.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: