Һарыҡ, һыйырҙарҙың тауыштары әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Көтөүҙән инәләрен көткән быҙауҙар баҡыра башлай. Ауыл һәр саҡ үҙенсә матур инде. Ҡаҙҙар ҡаңғылдаша, өйрәктәр баҡылдай, тауыҡтар ҡытҡылдай һәм әтәс бөтә донъяны яңғыратып ҡысҡыра...
Ауылда йәйгеһен эш етерлек. Ғаиләбеҙ менән мул итеп баҡса үҫтерәбеҙ. Бына әле ҡыяр өлгөрҙө, помидор ҙа ҡыҙара башланы. Үҙең үҫтергән йәшелсә, емеште йыйыу тағы ла күңеллерәк!
Быйыл урманда еләк тә ныҡ уңды. Күп итеп йыйып, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, ҡаҡ, компот яһап ҡуйҙыҡ. Әле йәшелсәләрҙән төрлө-төрлө салаттар эшләйбеҙ.
Әлиә Ғәлиева.
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһы.