Көн һайын ҡыҙыҡлы саралар үтеп кенә тора. «Нептун көнө»ндә фламингоға ултырып, һыу инәләре йөҙөп килһә, «Әкиәттә ҡунаҡта» булғанда балалар үҙҙәре төп геройҙарҙың һындарын бармаҡтарына элеп, уларҙың һүҙҙәрен ҡабатланы, йырҙарын башҡарҙы.
Лагерҙа түңәрәк эштәре лә әүҙем алып барылды. Мин үҙем етәкләгән «Тирмәкәй»ҙә башҡорт милли кейемдәре менән тәрәнерәк таныштыҡ. Лилиә Фәнис ҡыҙы Ҡашҡарова уҡыусылар араһында шахмат турниры үткәрҙе. Шамил Лирун улы Әхмәров, Салауат Урал улы Ҡашҡаров, Зөһрә Рәсих ҡыҙы Әхмәрова уҙғарған спорт түңәрәктәре лә ял итеүселәрҙең күңеленә хуш килде. Регина Рәдис ҡыҙы Ғәләүетдинова, Ильфира Сәлих ҡыҙы Насирова, Рима Рәүил ҡыҙы Ғәлимова, Валентина Геннадиевна Хәкимйәнова, Инна Ильинична Пальмина ойошторған саралар ҙа бик оҡшаны. Лагерь етәксеһе Гүзәл Фидрат ҡыҙы Мәғдәнурова һәм директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ләйсән Имаметдин ҡыҙы Мырҙаева балаларҙың ялы күңелле үтһен өсөн бөтә шарттар булдырырға тырышты. Ҡыҙҙар, малайҙар тәмле ризыҡтары менән һыйлаусы ашнаҡсы апайҙарына ла ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.
Бына шулай уҡыусыларҙың ялы ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла үтә.
Гүзәлиә ЗАКИРОВА, уҡытыусы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.