Әле йәйге ялында Комсомол ауылында йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа килгән. Ағайҙары менән таҙа һыулы Йүрүҙәндә һыу инәләр, балыҡ ҡармаҡлайҙар. Өлгөр ҡыҙ әсәһе яғынан бер туған апаһының 1 йәше лә тулмаған бәләкәй һеңлеһен дә ҡараша. Өй эштәрендә ярҙамлаша.
Шулай уҡ Аделина үҙе йәшәгән ауылындағы һәм Сулпандағы өләсәйҙәренә барып, булған эштәрен башҡарып ҡайта. Баҡсалағы бешкән еләк-емеште йыя, сүп утай, сәскәләргә һыу ҡоя. Өйҙәге ҡош-ҡортҡа ем һала. Кискеһен бәрәстәрҙе теүәлләй.
Бына шулай күңелле лә, файҙалы ла үтә Аделинаның йәйге ялы. Ә һеҙҙеке нисек уҙа, дуҫтар?
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Салауат районы.