Бында ҡыҙҙар һәм малайҙар бик матур ял итте. Вожатый һәм тәрбиәсе апайҙары улар өсөн төрлө-төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы темаларға саралар уйлап табып ҡына торҙо. Кесе йома махсус бер темаға арналып, һәр мәктәп уларҙы ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле итеп уҙғарҙы. Мәҫәлән, бер көн полиция хеҙмәткәрҙәренә арналһа, 6-сы мәктәп медицина көнөн билдәләне. Белем усағы алды һәм синыф бүлмәләре шау-гөр килде. Шәфҡәт туташы ял итеүселәргә лекция уҡыны, тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтте, файҙалы видеофильм да тәҡдим ителде. Отрядтар араһында квест та ойошторҙоҡ. Төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптарҙы тиҙ тапты ҡатнашыусылар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында эшләгән ағайҙарҙың үҙҙәренең эштәре менән таныштырыуы бигерәк тә оҡшаны.
Ял итеүселәр ҡаланың үҙәк балалар китапханаһында ла булды. Паркта ла бергәләп йүгереп, һикереп, күңел асып ҡайттыҡ. Шулай балалар яңы уҡыу йылына көс-дәрт йыйҙы. Ҡыҙҙар, малайҙар сараларҙы күңелле итеп ойошторған тәрбиәсе апайҙарға бик рәхмәтле.
Гөлмира БИКБУЛАТОВА, уҡытыусы.
Туймазы ҡалаһы, 6-сы мәктәп.