+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
6 Август 2021, 11:05

Йыйында "Меркет батыры" булған ул

Һеҙ һүрәттә Төрөмбәт мәктәбенең II «А» синыфын тамамлаған йәш көрәшсе Дим Ғәлимовты күрәһегеҙ. Ул быйыл Мораҙымда үткәрелгән Мең ырыуы йыйынында «Меркет батыры» исемен яулап, тәкә менән бүләкләнде.

Йыйында "Меркет батыры" булған ул
Йыйында "Меркет батыры" булған ул

Беренсе синыфтан көрәш секцияһында шөғөлләнгән малай район, республика кимәлендә үткәрелгән турнирҙар­ҙа ла һынатмай, һәр саҡ алдынғы урындар яулай.

Йәйге каникулын бушҡа уҙғармай ул. Ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙам итә. Һеңлеләрен ҡараша. Бесән эшләшергә лә йөрөй. Буш ваҡытында балыҡ ҡармаҡларға ярата.

Бына шундай булдыҡлы, тәүфиҡлы малай үҫеп килә. Яҡындарын  гел шулай һөйөндөрөп торһон!

 

Гөлфинур ИЛЬЯСОВА.

Ауырғазы районы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: