Туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, балалар туризмын үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан бүленгән 55 миллион һум аҡсаға V — IX синыфтарҙан 11 мең 100 тирәһе уҡыусы өсөн сәйәхәттәр ойоштороу планлаштырыла. Бер турҙың хаҡы бер балаға — 7 мең һумдан кәм, ваҡыты бер тәүлектән әҙерәк булмаҫҡа тейеш.
Фото: mpr-ra.ru