+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
16 Июль 2022, 18:45

Лагерҙа – милли аш-һыуы көнө

 Хәйбулла районының "Йәйләү" лагерында Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусылары эш башлаған. Филология фәндәре кандидаты, педагогика факультетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмерханова, балалар менән танышҡас, ҡыҫҡаса уҡыу йорто тураһында һөйләгән.

Лагерҙа – милли аш-һыуы көнө
Лагерҙа – милли аш-һыуы көнө

Артабан башҡорт милли аш-һыуы тураһында әңгәмә ойошторолған. Балаларҙы милли ризыҡ  әҙерләү тәртибе менән таныштырғас, уларҙың файҙалы үҙенсәлектәрен бергәләп асыҡлағандар.

 Аҙаҡ, отряд 6 командаға бүленеп, ижади эш башҡарған. Уларға милли аш-һыуҙы популярлаштырған, уларҙың файҙалы үҙенсәлектәрен билдәләгән видеояҙма төшөрөргә тәҡдим ителгән. Иң ҡыҙыҡлы төшөргән ижады эш өсөн  командалар татлы приздар менән бүләкләнгән. Лагерға йыйылған балаларға был иҫтәлекле һәм матур сара  бик ныҡ оҡшаған.

 

Фото vk.com

Лагерҙа – милли аш-һыуы көнө
Лагерҙа – милли аш-һыуы көнө
Лагерҙа – милли аш-һыуы көнө
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: