Ҡыҙҙар һәм малайҙар 24 көн буйына төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, йыр-бейеү, ижади бәйгеләрҙә, спорт ярыштарында, осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан, күргәҙмәләр, театрҙар, ҡаланың тарихи урындары, мәҙәни, спорт комплекстары менән танышҡан, Ҡырым Республикаһы буйлап сәйәхәт тә иткән. Смена «Йыр, бейеү, спорт буйынса үҙеңдең йондоҙоңдо ҡабыҙ!» исеме менән үткән.
Бай йөкмәткеле ял итеү программаһынан тыш, балалар бында һаулыҡтарын да нығытҡан.
Моғайын, «Аҡ елкән»дә үткән көндәр һәр береһенең күңелендә матур бер иҫтәлек булып һаҡланыр.
Фото: vk.com