+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
3 Апрель 2023, 14:37

Лагерҙарҙа яңы корпустар төҙөлә

"Стәрлебаш һәм Илеш райондарындағы - "Орлёнок", Өфөләге "Аҡсарлаҡ" лагерҙарында, Шишмә районындағы "Патриот" паркында заманса корпустар төҙөлә. Улар май аҙағына әҙер буласаҡ", - тип хәбәр итте бөгөн Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша.  

Лагерҙарҙа яңы корпустар төҙөлә
Лагерҙарҙа яңы корпустар төҙөлә

Ошо йүнәлештәге Бөтә Рәсәй проектында беҙҙең республика 15 пилот төбәк иҫәбендә ҡатнаша икән. Федераль программа буйынса аҡса бүленгән.

Лагерҙағы һәр модуль 49 кешегә иҫәпләнгән, уларҙа - ике-өс кешелек номерҙар, һәр береһендә йыйыныу бүлмәһе лә буласаҡ. Матур яңылыҡ!

Дөйөм алғанда, Башҡортостанда был йәйҙә 1 мең 663 балалар лагеры эшләйәсәк, 500 меңдән ашыу уҡыусы ял итәсәк.

Фото:T.ME/RADIYHABIROV

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: