Благовещен районының "Зарница" балалар һауыҡтырыу лагерында "Юл патруле.102-се регион" тигән йүнәлешле смена ойошторолған. Унда республика конкурстарында еңгән һәм призлы урын алған 45 йәш юл хәрәкәте инспекторы ял итә һәм белемдәрен нығыта. Лагерҙа көн һайын ЮХХДИ инспекторҙары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар менән осрашыуҙар, дәрестәр үткәрелә.
Билдәле булыуынса, быйыл йәш юл хәрәкәте отрядтары булдырылыуға 50 йыл тулды, ошо айҡанлы Өфөлә республика форумы үткәрелде. Ә быйылғы "Хәүефһеҙ тәгәрмәс" республика конкурсында Салауат ҡалаһының йәш юл хәрәкәте инспекторҙары еңеүсе булды.
Фото: vk.com.