+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
16 Август 2021, 10:23

Ҡәҙим Аралбайҙың яңы йыйынтығы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың «Тамырҙар һәм олон» тигән яңы китабы донъя күрҙе. Ул шағирҙың 80 йәшлек юбилейы уңайынан нәшер ителгән.

Ҡәҙим Аралбайҙың яңы йыйынтығы донъя күрҙе
Ҡәҙим Аралбайҙың яңы йыйынтығы донъя күрҙе

Был йыйынтыҡҡа Ҡәҙим Аралбайҙың хикәйәләре һәм публицистик хеҙмәттәре ингән. Китап уҡыусыларға Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Нәжиб Асанбаев, Йомабай Иҫәнбаев, Рауил Бикбаев, Таңсулпан Ғарипова һәм бик күптәр тураһында очерктар, мәҡәләләр тәҡдим ителә. Бында шулай уҡ хәтерләүҙәр, фәнни тикшеренеүҙәр һәм фотолы материалдар ҙа бар.


Фото: https://vk.com/kulturarb.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: