Өс телдә яҙылған был китап ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 100 йыллығына бағышланған. Алты бүлектән торған китапта иҫтәлектәр, мәҡәләләр, очерктар, әңгәмәләр, шиғырҙар, ғаилә архивынан, интернет сығанаҡтарынан алынған фотоһүрәттәр урын алған. Шулай уҡ унда ҡаһарман яҡташыбыҙҙың үҙенең китаптары, уның тураһында әҙәбиәт, гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре исемлеген эсенә алған библиография ла бар.
Күркәм байрам Илеш районының үҙәк китапханаһында булды. Унда авторҙың яҡташтары, ауылдаштары, дуҫтары, яҡташтары йыйылды. Был сарала Илеш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәйертдинов, «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов, филология фәндәре докторы Илшат Насипов, композитор Флүрә Шәрипова, Муса Гәрәевтең туғандары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Йыр-моң менән үрелеп барған кисә бай йөкмәткеле булды.
Фото https://vk.com алынды.