«Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә» тигән баш һүҙ ошолай башлана: «Һеҙ ҡулығыҙҙа тотҡан китап – йөрәктәрендә үҙ диненә, теленә һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү уты дөрләгән ике тиҫтәнән ашыу милләттәшегеҙҙең халҡына әйтер һүҙе. Уларҙың ижад емештәре бығаса «Бәрәкәт» мәҙәни мәғрифәт журналында баҫылғайны. Изгелеккә әйҙәүсе шиғырҙарҙы күберәк кеше уҡыһын, замандаштарыбыҙ тормош асылы тураһында йышыраҡ уйланһын, зиһенен байытһын, күңелен сафландырһын, тигән ниәттә айырым йыйынтыҡ сығарырға ҡарар иттек». Шиғри китаптың яуаплы мөхәррире – Даян Мәжитов.
Ошо китапҡа ингән Салауат Әбүзәрҙең «Булды...» шиғырын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.
Абынған саҡтарым булды,
Ҡолаған сағым булды,
Йыш ҡына юлды бутаным,
Айырмай уңды, һулды.
Йөрөтөп тайғаҡ юлдарҙан,
Өйрәтте тормош йәшләй:
Абынмай ҙа, ҡоламай ҙа
Кемдер шыуышып йәшәй...