-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
19 Июль 2022, 15:10

Яңы китап сыҡты!

«Тормошто өйрәнеү – бик киң төшөнсә. Яҡшы китаптар уҡыу – шулай уҡ тормошто өйрәнеү ул», Кирәй Мәргән шулай тигән. Ошо көндәрҙә Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә быйыл 60 йәшлек юбилейын билдәләгән шағир Рамай Ҡаһирҙың урта йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнгән китабы баҫылып сыҡты. «Мин – Салауат тоҡомо» тип атала ул.

Яңы китап сыҡты!
Яңы китап сыҡты!

 Рамай Рәйес улы – Учалы районы Өргөн ауылынан. Тыуған еренән һәм халҡынан илһам алып ижад итә шағир.
– Ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, рухи ныҡлыҡ, тормошто яратыу, кешелеклелек кеүек матур сифаттар һәр төрлө ҡаршылыҡтар­ҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Был йыйынтыҡта ла Рамай Ҡаһирҙың оптимизм, йәшәү дәрте менән һуғарылған шиғырҙары туплан­ған, – ти «Китап» нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина.
Иғтибарығыҙға ошо китаптан бер нисә шиғыр тәҡдим итәбеҙ.

Йылға башы

Илһам һыуын эсеп үҫтем
Ҙур йылға баштарынан.
Күңелемдең биҙәктәре –
Саф йәшмә таштарынан.
Ҡолонсаҡтай сабып үҫтем
Тыуған яҡ ҡырҙарында.
Тәбиғәттең алсаҡлығы –
Йөрәгем йырҙарында!
Дуҫтар, һеҙгә йырҙар яҙам,
Тойғоларым тулышҡан.
Йыр-моңға булған һөйөүөм
Тәбиғәттән, тыумыштан.

Малай саҡтан һыуҙар эстем
Саф шишмәле Яйыҡтан.
Тыуған яғым күңелемде
Илһам менән байытҡан.

Йырҙарыма биҙәк алдым
Саф йәшмә таштарынан.
...Илһам һыуҙарын эстем мин
Ҙур йылға баштарынан!


Бәхет

Бәхет бик әкрен килә ул,
Аҙымдары ваҡ-ваҡ ҡына.
Кешем, уны көткән саҡта
Түҙемле бул саҡ-саҡ ҡына.
Уға үҙең ҡаршы атла,
Иманлы юл – тура юлдан.
Иманлыраҡ булған һайын
Бәхетең дә булыр ҙурҙан!

Бәхет ул шәп йөрөй белмәй,
Бик ваҡ уның аҙымдары.
...Иманға барып тоташа
Уның барлыҡ тамырҙары!


Башҡорттар

Умартала – кәрәҙҙәр,
Ыҫлыҡтарҙа – ҡороттар.
Баҫыуҙарҙа – башаҡтар,
Бында йәшәй башҡорттар!
Көбөләге аҡ күбек
Ап-аҡ болоттар кеүек.
Эх, донъяның ҡыҙығы,
Ниндәй шәп һуң ҡымыҙы!
Тирмәләр теҙелешкән,
Ҡояш иркәләй күктән.
Аҫтан шишмә урғыла,
Күңелдәргә моң ғына.
Елгә уйнай башаҡтар,
Бында йәшәй башҡорттар.
...Йәшел хәтфә туғайҙар,
Моң сығара ҡурайҙар!


Мин – Салауат тоҡомо!

Бала саҡтан моңло булдым,
Саф йөрәгем ялҡынлы.
Илем өсөн янып-көйәм,
Хөрмәт итәм халҡымды.

Йөрәк йырҙарын яҙамын,
Китаптарым уҡымлы.
Шиғырҙарым – үткер ҡылыс,
Гәүһәрҙән, көмөш ҡынлы.

Ауырлыҡтар күп күрһәм дә,
Үҙгәртмәнем холҡомдо.
Алсаҡ йөҙлө, ғорур егет,
Мин – Салауат тоҡомо!

Бала саҡтан моңло булдым,
Саф йөрәгем ялҡынлы.

...Телем өсөн янып-көйәм,
Хөрмәт итәм халҡымды!

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: