+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
28 Август 2022, 11:30

Бәхетле булғың киләме?

 – Даланлы Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең магазинында минең дә балалар өсөн яҙылған "Һандуғас сере" исемле китабым бар, – ти үҙенең сәхифәһендә беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, шағирә  Рәшиҙә Шәмсетдинова.

– Әле һатылып бөтмәгән. Хаҡы ла ҡиммәт түгел. Осһоҙ ғына.
Кемегеҙҙең әле һаман бында юлы төшмәгән, тиҙерәк алып ҡалығыҙ. Бөтөүе ихтимал!

Балалар өсөн дини тематикалы шиғырҙар өйөгөҙгә килеп инһә, көткән донъяларығыҙҙа иман нуры балҡып китер; ҡот йүгерер, ырыҫ артыр. Үҙегеҙҙең дә, бәпәйҙәрегеҙҙең дә йөрәгегеҙ изге Ҡөрьән нуры менән нурланыр!

Ҡартайған көндә иманлы балаларығыҙҙың һәр уңышына ҡыуанып йәшәгегеҙ киләме?
Килә, әлбиттә!
Шуның өсөн дә "Китап" магазинына ашығығыҙ!
Ошо китабым менән Бәхеткә юлығыҙ асыласаҡ! Ин шәә Аллаһ!

Өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар! Бик матур һәм йөкмәткеле китаплы булырһығыҙ!

 

 Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Бәхетле булғың киләме?
Бәхетле булғың киләме?
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: