+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
6 Апрель 2018, 17:46

Яҙыл да бүләк от!

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы 2018 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы уңайынан «Туған телеңдәге баҫмаға яҙыл!» марафонын иғлан итте.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы 2018 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы уңайынан «Туған телеңдәге баҫмаға яҙыл!» марафонын иғлан итте.

“Йәншишмә” гәзитенә яҙылыусылар ҙа “Аҙна һайын – отош!”, “Суперприз от!” конкурстарында ҡатнаша ала.

Шарттары ябай: гәзиткә яҙылығыҙ ҙа, квитанцияғыҙҙың күсермәһен үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт менән бергә редакцияға ебәрегеҙ.

“Аҙна һайын отош!”

Еңеүселәр редакцияға килгән квитанциялар буйынса һәр аҙнала билдәләнә. Бүләк редакцияла тапшырыла.

“Суперприз от!”

“Йәншишмә”гә һәм үҙегеҙҙең район (ҡала) гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылған хәлдә, һеҙ был конкурста ла ҡатнаша алаһығыҙ.

Квитанцияғыҙҙың күсермәләрен, хаттың тышына «Суперприз от!» тип яҙып, түбәндәге адрестар буйынса ебәрегеҙ: 450079, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, 8-й этаж; ГУП ИД “Республика Башкортостан”, г. Уфа, ул. Кирова, 45.

Иң ҙур бүләк – телевизор менән ТВ юлдашы приемнигы. Шулай уҡ телевизор, планшеттар ҙа хужаларын көтә. Еңеүселәр лототронда билдәләнәсәк. Беренсе урынды яулаған еңеүсегә бүләк Өфөлә тапшырыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Йәншишмә» гәзитенә «Рәсәй почтаһы» каталогы буйынса яҙылыу хаҡы – 477 һум да 54 тин. Индексы – П2765.
Читайте нас: