Шул айҡанлы гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә”-бүләк” – изгелек кәштәһе” акцияһын иғлан итәбеҙ. Уны элекке баш мөхәрриребеҙ ҒИМАЛЕТДИН МИНҺАЖ улы ЯРУЛЛИН башлап ебәрҙе. Бик хуп! Үҙенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ғималетдин Минһаж улы Ҡыйғы районының Йыланлы ауылындағы балалар өсөн социаль приютҡа 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына “Йәншишмә” гәзитен яҙҙырҙы.
Әйҙәгеҙ, хөрмәтле олатай-өләсәй, атай-әсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр һәм дуҫтар, изге Рамаҙан айында балаларыбыҙға рухи аҙыҡ бүләк итеп, үҙебеҙгә сауап алайыҡ! Йә, тағы ла кемдәр ҡушылыр изге акциябыҙға?
“Йәншишмә”гә яҙылыу өсөн ошо һылтанмаға инеп яҙылырға мөмкин.