+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2023, 22:15

«Аҡбуҙат»та – “Вясёлка” журналы

Өфөлә барған Х Рәсәй – Беларусь төбәктәре форумында «Аҡбуҙат» балалар журналы сығарған Беларусь Республикаһы балалары өсөн махсус һандың исем туйы уҙҙы. Шулай уҡ сарала кескәй уҡыусыларҙы Беларусь Республикаһында сыҡҡан «Вясёлка» балалар журналы менән дә таныштырҙылар.

Шулай уҡ сарала кескәй уҡыусыларҙы Беларусь Республикаһында сыҡҡан «Вясёлка» балалар журналы менән дә таныштырҙылар.
«Беларусь дуҫтарыбыҙ менән дуҫлығыбыҙ бер нисә йыл дауам итә. Үткән йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә сығарған Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырының тәржемәләр йыйынтығын шағир Светлана Быкова тәржемә итте. Х Рәсәй – Беларусь төбәктәре форумының тап Өфөлә уҙасағын белеп ҡалыу менән беҙ, “Аҡбуҙат” журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, “Вясёлка” журналы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Артабан дөйөм проект булдырыу хаҡында һүҙ ҡуйыштыҡ. Бына хәҙер ҡулымда “Аҡбуҙат” журналының махсус сығарылышын тотоп торам”, – ти “Аҡбуҙат” журналының редакторы Лариса Абдуллина.
Әйткәндәй, журналдың был һанында Беларусь Республикаһы балаларының шиғырҙары, һүрәттәре, халыҡ әкиәттәре, бишек йырҙары урын алған.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: