Кискә еңеүселәрҙе ҡотлайҙар. Фестивалде тантаналы ябыу сараһы Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә буласаҡ. Бөгөн киске сәғәт 7-лә.
– Беҙҙе Башҡортостандың халҡы, тәбиғәте, бай тарихлы мәҙәниәте, спортҡа ҡарата ҙур иғтибар ныҡ һоҡландырҙы. Әлеге йылы дуҫлыҡ мөнәсәбәте оҙаҡ күңелдәребеҙҙе йылытып торор, тип уйлайбыҙ. Ойоштороусыларға ла ҙур рәхмәт, барыһы ла ныҡ оҡшаны, – ти Гомель ҡалаһының йыйылма командаһы тренеры Артём Анатольевич Бортновский.
Фото: З. Хәкимова.