Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына «Киндер» шоколады уйынсығын йотҡан 4 йәшлек баланы алып киләләр. Уйынсыҡ тамағында тороп ҡалған, уның ғүмере һәм һаулығына ҡурҡыныс янаған.
"Ашығыс рәүештә операция бүлмәһен әҙерләйҙәр, балаға трахеостома ҡуйыу планлаштырыла... Әммә табип-реаниматолог Илгиз Мостафин уйынсыҡты операцияһыҙ сығарыуға өлгәшә»,— тиҙәр медицина учреждениеһында.
Хәбәр ителеүенсә, хәҙер бала менән барыһы ла яҡшы, ул табиптар күҙәтеүе аҫтында.
Табиптар бәләкәй балаларға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға саҡыра.
Фото һәм сығанаҡ: www.bashinform.ru.