+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Яңылыҡтар
16 Января 2024, 11:05

Ике метрлыҡ ҡар бабай әүәләгәндәр

Благовар районының Коб-Покровка ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә үҙенсәлекле ярыш үткән: ҡар бабай әүәләгәндәр. 

Ике метрлыҡ ҡар бабай әүәләгәндәрИке метрлыҡ ҡар бабай әүәләгәндәр
Ике метрлыҡ ҡар бабай әүәләгәндәр

II - VII синыф уҡыусылары ярышта бик теләп ҡатнашҡан. Төп шарт буйынса ҡар бабайҙы бер сәғәт эсендә эшләргә кәрәк булған. Балалар синыфтары менән был һынауҙы уңышлы үтеп сыға. Мәктәп ихатаһында хәҙер төрлө-төрлө ҡар бабай һындары теҙелеп тора. Әйтерһең, һаҡта торалар!

Иң мөһиме, ярышта дуҫлыҡ еңгән!

Фотолар Коб-Покровка ауылы сайтынан алынды.

Ике метрлыҡ ҡар бабай әүәләгәндәр
Ике метрлыҡ ҡар бабай әүәләгәндәр
Ике метрлыҡ ҡар бабай әүәләгәндәр
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас