Белем усағы алдында дәртле көй яңғырай. Уҡыусылар йәрминкә ойоштороп ебәргән. Улар ҡул эштәре һәм төрлө тәмлекәстәрен һата.
II ”А” синыфы уҡыусылары Диана Ғәлина, Эвелина Максимова һәм Артур Ғималетдиновтың кәйефе бик шәп.
– Беҙ үҙебеҙ бисерҙан эшләгән беләҙек, балдаҡтар һатабыҙ. Ә Артур тәмлекәс һата, – ти йылмайып Диана.