+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь , 17:04

Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!

Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләне.

Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!

Ошо уңайҙан Билал мәҙәниәт йорто янында китапханасы Райхана Булатова, мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәғилә Ғайсина, “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Әхмәҙина “Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!” исемле байрам үткәрҙе. Сарала йыр-бейеү күңелле уйындар менән аралашып барҙы. Байрамға килгән балалар батутта һикерҙе, шар атты. Быны Фәнзил Билалов ойошторҙо. Шулай уҡ “Һуҡма туп”, “Йәшерем-йәшерем яулығым”, “Кем алыҡ?”, “Етеҙҙәр” кеүек милли уйындарҙа ҡатнашты балалар. Һәр береһенә уйынсыҡтар, тәмлекәстәрҙән өлөш тейҙе. Ә байрам аҙағында 60 балаға туңдырма тараттыҡ. Уларҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ!

Кескәйҙәргә бүләктәр, күстәнәстәр алыуҙа ярҙам иткән ауылдаштарға ҙур рәхмәт! Бына улар: Фәнүзә Шаһибалова, Зөлфиә Байраҡаева, Әнисә Әминева, Айһылыу Йәнгилдина, Альбина Йәнгилдина, Илһөйәр Ғәбдрәшитова, Зөлфиә Мәхмүтова, Сәғилә Ғайсина, Гөлдәр Аблаева, Дилара Әхмәтова, Миңлегөл Аманова, Гөлгөнә Асҡарова, Ләйсән Таулыҡаева, Айгөл Ғайсина, Фәрхәнә Сирусина. Балаларҙы ҡыуандырған кеүек үҙегеҙ ҙә шатланып ғүмер итегеҙ. Ә бәләкәстәргә бәхет, именлек теләбеҙ.

 

 

Р. БУЛАТОВА.

Баймаҡ районы.

Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: