V «А», X «А» һәм XI «Б» синыфтары өсөн булды ул. Әҙибәнең үҙе ҡатнашлығында аралашыу рәүешендә ҡоролған был дәрес бик йәнле үтте. Беҙ Фәрзәнә Аҡбулатованың тормошо һәм ижады тураһында күп нәмә белдеҡ. Әҙибә үҙенең бала сағы һәм йәшлек йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, шулай уҡ нисек әҙәбиәткә килеүе, был өлкәләге уңыштары тураһында һөйләне.
Илебеҙ Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылай. Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге» Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдыра. Уның яҙылыу тарихы менән уртаҡлашып:
– «Атай икмәге»н юғары уҡыу йортонда уҡыған йылдарҙа ижад иткәйнем. Уны уҡыусылар бик яратып ҡабул итте. Ә яҙылыу тарихы былай. Минең әсәйем – һуғыш осоро балаһы, атайым – фронтовик. Атайымдың ҡустыһы шул ваҡытта аслыҡтан үлеп ҡалған. Ул был ваҡиғаны тетрәндергес итеп һөйләй торғайны. Йәнә әҫәрҙәге Мотаһарҙы йыйылма образ тип тә атарға була. Сөнки уға ҡағылған аяныслы хәлдәр шул дәүерҙә һәр ҡайҙа булған бит, – тине Фәрзәнә апай.
Балалар өсөн яҡын, аңлайышлы, ябай, шул уҡ ваҡытта бай йөкмәткеле, тәрбиәүи, йөрәктәргә үтеп ингән, бер тында уҡыла торған хикәйәһен ғаиләбеҙ менән бик яратып уҡығайныҡ. Ә инде тап ошо сараға махсус рәүештә гимназиябыҙҙа эшләп килгән «Рәми» театр студияһы етәксеһе Әлфинә Нәғим ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусыбыҙ Римма Мирсәйет ҡыҙы менән был әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереп ҡуйҙыҡ.
Миңә төп ролдәрҙең береһе – Мотаһарҙы уйнауҙы ышанып тапшырғас, һуғыш осоро балаларының кисерештәрен күңелем аша үткәрергә тура килде. Ағалы-ҡустылы малайҙарҙың, балалыҡтарына барып асығыуҙарын күпмелер ваҡытҡа, һәр хәлдә, әсәләре колхоз эшенән ҡайтҡансы булһа ла, онотоп торор өсөн төрлө уйындар уйнап ултырыуҙары, әммә ниндәй генә уйындар менән мауыҡһалар ҙа, һүҙҙең барыбер ҙә тамаҡҡа килеп төртөлөүе, Мотаһарҙың ҡалтырана-ҡалтырана ҡатыҡ тәгәсен ялауы шул тиклем тетрәндерҙе мине. Был эпизодта бахыр баланың шул тиклем ас булыуы тасуирлана. Ул шул тиклем ас, хатта ҡатыҡты ағаһына ла эсерергә онота.... Ә ағаһы тилмереп ҡустыһының ауыҙына ҡарап тороп ҡала. Унда туғандарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәте, бер телем ризыҡты ла бүлешә белеүе, ҡыйын саҡта ярҙам итешеүе, өлкәнерәгенең кесеһенә терәк-таяныс булыуы кеүек изге төшөнсәләр тетрәндергес ваҡиғалар аша асып бирелгән. Автор шул рәүешле бөгөнгө тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Осрашыу аҙағында әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, музейҙың ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова әҫәрҙе сәхнәләштереүҙә ҡатнашҡан уҡыусыларға һәм уҡытыусыбыҙ Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатоваға, «Рәми» театр студияһы етәксеһе Әлфинә Нәғим ҡыҙы Минғазоваға һәм тәрбиәсебеҙ Алһыу Азат ҡыҙы Иҫсуринаға Милли әҙәбиәт музейының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ә Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы сәхнәләштереүҙә ҡатнашҡан һәр уҡыусыға үҙенең китаптарын бүләк итте.
Был бай йөкмәткеле сараны ойошторусыларға, унда ҡатнашыусыларҙың барыһына әҙәби мираҫты һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бәйләнештәр артабан да өҙөлмәһен ине, тигән теләктә ҡалам!
Самир ЛАТИПОВ,
V «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.