

143 бала һәм үҫмер инженерлыҡ һәм сәнәғәт, медицина һәм экология, киләсәк транспорт технологиялары һәм башҡа өлкәләрҙә проекттар тәҡдим итте. Ә өҫтәмә белем биреү педагогтары «Йыл остазы» номинацияһында көс һынашты.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Милек, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Иван Сухарев тәүге тапҡыр төбәк этабының Күмертауҙа уҙыуын телгә алды.
– Уны ла беҙ ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Екатерина Лючева менән бергә үткәргәйнек, – тине ул. – Ҡатнашыусылар өсөн был сара мөһим булып тора. Уны оло тормошҡа старт майҙансығы тип атар инем. Конференцмяның республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһендә уҙғарылыуы ҡыуаныслы.
Төбәк этабында еңеүселәр Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.