+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
24 Июль 2021, 08:00

Киләсәк нимә вәғәҙәләй?

Дуҫтар, һүрәттәргә ҡарағыҙ ҙа үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ. Унан яуаптарын уҡып, алдағы көндәрҙә һеҙҙе нимә көтә икәнен белерһегеҙ.

Киләсәк нимә вәғәҙәләй?
Киләсәк нимә вәғәҙәләй?

1. Ҡыҙыл таҫма. Яҡын арала һеҙгә бер ҙә күңелһеҙ булмаясаҡ, әллә күпме уй-кисерештәр көтә.
2. Үлсәү. Уны һайлағандарҙың матди хәле яҡшырасаҡ. Аҡса һеҙгә көтөлмәгән ерҙән килер.
3. Ҡыҙҙың йөҙө. Егет кеше өсөн шәхси тормошонда үҙгәреште аңлата, бәлки, һөйгән ҡыҙын осратыр. Ә ҡыҙҙар өсөн күп проблемалар килтереүсе көндәше барлығын белдерә.
4. Ағас. Алдағы көндәрҙә күп уҡыу, эшләүегеҙҙе әйтә. Был мәл юҡҡа ғына үтмәйәсәк, уңыш та вә­ғәҙәләй.
5. Көймә (карета). Оҙон юл һәм яңы тәьҫораттар тураһында хәбәр итә.
6. Асҡыс. Һеҙҙең өсөн яңы мөмкинлектәр асыласаҡ. Уны ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Дөрөҫ аҙым яһаһағыҙ, тормошоғоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер.
7. Балдаҡтар. Киләсәктә матур ғаилә ҡороуығыҙҙы белдерә.
8. Елкәнле карап. Мөхәббәт өлкәһендә үҙгәрештәр хаҡында һөйләй.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: