Тәпәйҙәрен төрлө яҡҡа һуҙып, рәхәтләнеп ятыусы бесәй алдағы көндәрҙә көн йылытыуын хәбәр итә.
Әгәр ул үҙ-үҙенә урын таба алмай, мыяулап, мөйөштәрҙе тырнап, йомарланып, моронон йәшереп ятһа, йонсоу көн көтөлә.
Һыуыҡ булыр алдынан бесәй йылы һәм уңайлы урын эҙләй. Шулай уҡ моронон йәшереп, тәпәйҙәре менән ҡаплаһа ла, һыуыҡ булыуын көтөгөҙ.
Ғәҙәттәгегә ҡарағанда күп итеп һыу эсһә, йонсоулы көн килә һәм унан һуң йылы буласаҡ.
Әгәр ҙә ул башын һелкетә, ә уның күҙ ҡараһы бәләкәсәйгән икән, атмосфера баҫымы түбәнәсәйәсәк.
Бесәйҙең йоҡоһо килеп, иҫнәй, һуҙыла икән, көн йылытыуын һәм атмосфера баҫымының юғары булыуын белдерә.
Әгәр ҙә уның тышҡа сыҡҡыһы килмәй, ҡойроғон ентекләп ялай икән, тимәк, һауа торошо ямғырлы буласаҡ.
Фото: интернет селтәренән.