Квадрат
Бик эшһөйәр, түҙемле. Эште аҙағынаса еткерә. Алдан уҡ ниндәйҙер пландар ҡороп ҡуя. Шуға күрә планлаштырылмаған осрашыуға барыу уның өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
Өсмөйөш
Был лидерлыҡ символы. Был геометрик фигураны һайлаусылар алдарына маҡсат ҡуйып, шуға тура бара. Бик энергиялы һәм көслө кеше. Үҙ көсөнә ышанып, һәр ваҡыт беренсе булырға ынтыла, икенселәр менән ярыша.
Тура мөйөш
Был фигураны һайлаусы үҙенең тормошо менән ҡәнәғәт түгел, һәр ваҡыт ниндәйҙер сығыу юлдарын эҙләй. Яҡшы булырға ынтыла. Уға ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, ҡыйыулыҡ, өлгөрлөк хас. Бик ышанып барыусан.
Түңәрәк
Аһәңлелекте белдерә. Был фигураны һайлаусылар өсөн кешеләр менән мөнәсәбәт бик мөһим. Бик һәйбәт тыңлаусы, кешеләр ҙә тартылып тора. Башҡаларҙың шатлыҡ-ҡайғыһын да уртаҡлаша белә. Тауыш-ыҙғышты үҙ итмәй, ҡаса һала.
Ижади кеше. Һиҙемләүенә ышана, образлы фекер йөрөтә. Аныҡ ҡағиҙәләрҙе яратып бөтөрмәй. Иректе, үҙ аллылыҡты, хуплап торғанды ярата.