– Никах туйында башҡорт милли кейемендә булыуыбыҙҙы белгәс, яҡындарыбыҙ бик һөйөндө. Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә, ҡунаҡтар ҙа милли кейем кейеп һәм биҙәүестәр тағып килде. Беҙ тирмәнән алып мәсеткә тиклем сымылдыҡ аҫтында барҙыҡ. Туйыбыҙҙа бик күп башҡорт халыҡ йолалары үтәлде,– тип һөйләне йәш пар.
Фаягөл менән Рөстәм бер-береһен бала саҡтан белгән.
– Икебеҙ ҙә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында уҡыныҡ, әммә яҡындан аралашманыҡ. Ысын хистәр һуңыраҡ – юғары белем алып, ныҡлап аяҡҡа баҫҡас ҡына барлыҡҡа килде,– тине йәштәр.
Үҙенсәлекле никах туйы Әлшәй районының Әбеш ауылында үткән, уның күренештәрен видеола ҡарағыҙ.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа туйҙар нисек үтә, дуҫтар? Был хаҡта Бәләнештәге төркөмөбөҙҙә яҙығыҙ.