+16 °С
Облачно
VKOKTelegram

Радий Хәбиров серен асты

Башҡортостанда балалар өсөн фольклорида уҙғарырға ниәтләйҙәр. Радий Хәбиров был яңылыҡты бөгөн республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә иғлан итте.

Радий Хәбиров серен астыРадий Хәбиров серен асты
Радий Хәбиров серен асты

“Һеҙгә сер итеп кенә әйтәм, CIOFF® президенты Филипп Боссан әфәнде менән артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышҡанда шундай бер фекергә килдек. Тағы ла бер халыҡ-ара сара – балалар өсөн Фольклориада үткәреү”, – тине Радий Хәбиров.

Ошо аҙнала ниәттәрҙе йомғаҡлап протокол төҙөү һәм яҡынса датаны билдәләү планлаштырыла. Республика Башлығы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ошо сараға әҙерлекте башларға ла ҡушты.

“Вәт, исмаһам, был иҫ киткес ваҡиға – балалар Олимпиадаһына тиң буласаҡ! Короновирус ҡасан да булһа юҡҡа сығыр, тип ышанам. Әҙерлекте башлайбыҙ, сөнки бик тә мөһим ваҡиға”, – тине республика Башлығы.

Фото: Башинформ     

Читайте нас