Көндөҙгө лагерҙы үҙ эшенең оҫталары булған иглиз теле уҡытыусылары Ә.З. Вәлиәхмәтова, Р.М. Әхмәтова, Э.К. Харрасова, С.Ф. Шафиҡова, Л.П. Ковалёва, Е.В. Накоскина һәм Р.Т. Абдрахмановалар ойошторған. Бында уҡыусылар күңел асып, ял итеп кенә ҡалмай, ә инглиз теле буйынса белемдәрен дә камиллаштыра.
Лагерға йөрөүселәр өсөн бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән. Мәҫәлән, тәүге көндә балалар кинәнеп театрлаштырылған тамаша ҡараған, күңелле квест үткән. Кисә иһә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса викторинала, спорт эстафетаһында ҡатнашҡандар.
"Йәйғор"ҙа үткән сағыу ҙа, матур ҙа, файҙалы ла булған онотолмаҫлыҡ был көндәр ҡыҙҙыр һәм малайҙарҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Фото:https://sun9-31.userapi.com/impf/ab