+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алгиз, һин – күптәргә өлгө!

Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Алгиз Ҡасҡыновтың да яҙғы каникул көндәре файҙалы үтә. Ул  күрше  Аҡтау ауылында йәшәй. Ошо ауылдың балалары мәктәпкә автобус менән йөрөп уҡығас, әле каникул мәлендә Алгизгә үҙ йортонда бигерәк рәхәт һәм күңелле. Сөнки үҙенсә ял да итә, ярҙамлашып та өлгөрә. Ата-әсәһе күпләп мал аҫрай. Атаһы эштә булған саҡта, әсәһенең ҙур ярҙамсыһы бит ул.

Алгиз, һин – күптәргә өлгө!
Алгиз, һин – күптәргә өлгө!

 Һыйырҙарға бесән һала, һыу эсерә. Кәртә-ҡураны таҙарта. Шунан утын яра. Өйҙәге эшен бөткәс, дуҫы Ирханға барып, саф һауала уйнайҙар. Бигерәк шәп, аҡыллы малай! Уҡыуҙа ла һынатмай. Гел “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Төрлө конкурс, бәйгеләрҙә ҡатнашып, мәктәп данын күтәрә. Маладис! Алгиз, һин – күптәргә өлгө!

Алгиз, һин – күптәргә өлгө!
Алгиз, һин – күптәргә өлгө!
Алгиз, һин – күптәргә өлгө!
Алгиз, һин – күптәргә өлгө!
Алгиз, һин – күптәргә өлгө!
Алгиз, һин – күптәргә өлгө!
Алгиз, һин – күптәргә өлгө!
Алгиз, һин – күптәргә өлгө!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: