+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
1 Апрель 2022, 14:00

Тыуған яғымдағы ялым

Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицейының VIII “А” синыфы уҡыусыһы Илназ Мостафин каникулдағы ял көндәре хаҡында беҙгә бына нимә яҙған:

Тыуған яғымдағы ялым
Тыуған яғымдағы ялым

”Яҙғы каникулымды көтөп алдым. Сөнки мин интернаттан ҡайтып, тыуған яғымда ял итәм. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы тыуған йортомда, атай-әсәйем янында бик күңелле үтә көндәрем. Ҡулымдан килгәнсе уларға ярҙам итәм. Телефон тотоп, ултырырға бер ҙә ваҡытым юҡ. Атайым менән бергә өйөбөҙҙө матурлайбыҙ. Ул – алтын ҡуллы кеше, мине лә эшкә өйрәтә. Шулай көндәрем файҙалы эш менән үтеүенә бик шатмын. Атай -әсәйемә рәхмәтлемен”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: