+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
2 Апрель 2022, 18:55

Ғафуриҙар – Өфөлә

Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының III “Б” синыфы уҡыусылары яҙғы каникул көндәрен бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы үткәргән. Был хаҡта  Лилиә Кинйәбулатова бына нимәләр яҙа:

Ғафуриҙар – Өфөлә
Ғафуриҙар – Өфөлә

“Өфөләге экскурсиябыҙ "Аҡбуҙат" ипподромынан башланды. Унда беҙҙе районыбыҙҙың билдәле шәхесе, яҡташыбыҙ Илдар Шәйәхмәтов ҡаршы алды. Ул балаларға башҡорт атлы девизияһы, башҡорт халҡы тормошонда аттың роле хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Лимонарийҙа балалар беҙҙең климатҡа яраҡлашмаған, сит тарафтарҙа үҫкән ағас-ҡыуаҡтарҙың сәскә атып, емеш биреп ултырыуын күреп һоҡланды. Ә планетарийҙа йыһан киңлегенең сикһеҙлегенә хайран ҡалып, планеталар, йондоҙҙар хаҡындағы белемен байытты.
Ошондай мауыҡтырғыс сәйәхәткә барырға мөмкинлек булдырған директорыбыҙ Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына, гимназияның администрацияһына, ата-әсәйҙәргә, ойоштороуға көс һалған Әхмәтовтарға, Зөлфиә Рәмил ҡыҙы Арыҫлановаға, Розалиә Рамазан ҡыҙы Мөхәмәтдиноваға, Радик Әхмәт улы Ҡормановҡа ихлас күңҽлдән рәхмәтҽбҽҙҙҽ ҽткҽрәбҽҙ! Барығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!”

Афариндар! Бик бай һәм йөкмәткеле сәйәхәттә булғанһығыҙ! Яңы сиректе бик матур тәьҫораттар менән башлайһығыҙ икән.

Фото: Лилиә Кинйәбулатова. 

Ғафуриҙар – Өфөлә
Ғафуриҙар – Өфөлә
Ғафуриҙар – Өфөлә
Ғафуриҙар – Өфөлә
Ғафуриҙар – Өфөлә
Ғафуриҙар – Өфөлә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: