+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
2 Апрель 2022, 15:20

“Йәйләү" лагерында – файҙалы көндәр

Дүртөйлө ҡалаһы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыларының яҙғы “Йәйләү" лагерында үткәрелгән каникул көндәре бик ҡыҙыҡлы һәм сараларға бай булған.

“Йәйләү" лагерында – файҙалы көндәр
“Йәйләү" лагерында – файҙалы көндәр

 Тәрбиәләнеүселәр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәм беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдары менән яҡындан танышҡан. Инглиз теле уҡытыусыһы Гөлназ Шамил ҡыҙы балаларға Шерлок Холмс тураһында һөйләп кенә ҡалмаған, үҙҙәрен дә эҙләнеү эшенә йәлеп иткән. Был эҙләнеү эше балаларға ныҡ оҡшаған. Ә бына  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Зәки ҡыҙы бөйөк яҡташтары Шәйехзада Бабич, Назар Нәжми хаҡында ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле итеп һөйләп, Дүртөйлө районының тарихы, иҫтәлекле урындарына виртуаль экскурсия үткәргән. "Ғорурлығым – Дүртөйлөм" сараһы уҡыусыларҙың белемен дә, ғорурланыу тойғоһон да арттырған. Ҡаңлылар ырыуы өсөн химия уҡытыусыһы Гөлшат Зиф ҡыҙы үткәргән фәһемле сара  уҡыусыларҙың күңеленә лә хуш килгән.

Яҙғы ял лагерында балалар үҙҙәренә бик күп һәм файҙалы мәғлүмәт алғандар. Бик хуп!

Афарин, дүртөйлөләр!

“Йәйләү" лагерында – файҙалы көндәр
“Йәйләү" лагерында – файҙалы көндәр
“Йәйләү" лагерында – файҙалы көндәр
“Йәйләү" лагерында – файҙалы көндәр
“Йәйләү" лагерында – файҙалы көндәр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: