Бәйгелә Башҡортостандан 11 бала ҡатнашты, шуларҙың 6-һы еңеүсе һәм призёр булды. Улар телефон, аҡыллы колонка, пауэрбанк, проводһыҙ ҡолаҡсындар, китап, сувенирҙар кеүек шәп бүләктәр алып ҡыуанды.
Дәүләкәндән 9 йәшлек Сыңғыҙ Мөхәмәтйәнов «Йәштәр һәм ҡыйыуҙар» номинацияһында беренсе урын яуланы. Ул үҙенең ауырыуы, дауаланыуы һәм еңеп сығыуы тураһында видеоролик төшөргән.
Өфөнән Әмир Шәрифуллин Нуриман районындағы Ҡыҙыл Шишмә тураһында видеоролик әҙерләп, «Тәбиғәт һәм экология» номинацияһында еңеүсе булды.
Михайловка ауылынан Вилена Яковлева менән Татьяна Цивилева шул уҡ номинацияла икенсе урынға сыҡты. Ҡыҙҙарҙың видеоһы - Сабаҡай ҡаяһы хаҡында.
Стәрлетамаҡтан Альфред Дувакулов Мышкин ҡалаһы тураһында төшөрөлгән видеоролигы менән «Яңы ҡалалар» номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды.
Павловканан Азалиә Әхмәтова балаҫ һуғыу кәсебе хаҡында бәйән иткән. Бының менән уның өләсәһе шөғөлләнә икән. Дәүләкәндән Анна Котова видеоһында тыуған ҡалаһын күрһәтә. Был ҡыҙҙар «Кәсепселек серҙәре» һәм «Минең ҡалам» номинацияларында өсөнсө урын яуланы.
Өфө ҡалаһынан Мирон Малышенко «Арт-объект образындағы ҡала» номинацияһында бүләкләнде.
Шулай уҡ Мәҙинә Асҡарова, Азалиә Ғәрифуллина, Рианна Мәзитова һәм Стәрлетамаҡтан Ильяс Дувакуловтың эштәре лә билдәләп үтелде.
Фото: rbsmi.ru