Беҙгә сағыу тантанала гимназия директоры Рәмил Нурислам улы Әхмәтов, тәүге уҡытыусыларыбыҙ, синыф етәкселәрәбеҙ, ата-әсәләр изге теләктәрен еткерҙе, кәңәштәрен әйтте. Байрамыбыҙға «Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзите баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов та килгәйне. Ул миңә редакцияның «Йәш хәбәрсе» танытмаһын тапшырҙы. Нисек шатланғанымды күрһәгеҙ! Был көн минең өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды.
Уҡыу йылын яҡшы ғына тамамларға теләйем. Имтихандарымды уңышлы тапшырып, гимназиямда белем аласаҡмын. Миңә бында оҡшай. «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһында яратҡан уҡытыусыларыбыҙ ҙа ҡатнашты. Улар менән иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. Ә мин тәүге уҡытыусым Дилә Шәмсетдин ҡыҙы Әғзәмова, синыф етәксем Зөлфиә Булат ҡыҙы Шаһморатова, математика уҡытыусыһы Зифа Алламорат ҡыҙы Билалова, химия һәм биология уҡытыусыһы Нәғимә Исмәғил ҡыҙы Акилова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина, инглиз теле уҡытыусыһы Ғәйниә Вәсил ҡыҙы Хөснөтдиноваларға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Улар ярҙамында уңышҡа ирешәм бит.
Мәктәп вальсы, һуңғы ҡыңғырау сыңы... Ошо мәлдәр беҙҙең күңелдәрҙә яҡты иҫтәлектәр булып ҡалыр, йылдар үткән һайын һағышландырып, иҫебеҙгә төшөр. Әле беҙҙең алдыбыҙҙа – имтихандар, тормошобоҙҙа яратып башҡарырлыҡ һөнәр һайлау. Һынатмаҫҡа, уҡытыусыларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырырға ине.
Мораҙым ҒАЙСИН, IX «В» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.