-Ун беренсене бөткәндә миңә бик күп фәндәр буйынса һынау тоторға тура киләсәк, был, әлбиттә, ҙур һынау, һөҙөмтәләрҙең дә насар булыуы мөмкин.Шуға ла әҙерлекте алдан башларға булдым, - ти үҙе был хаҡта ҡыҙ. Ул имтиханға үҙ аллы әҙерләнгән, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы бары тик йүнәлеш кенә биргән.
Тәүҙә уҡытыусылары уның был ҡылығына аптырап ҡараһалар ҙа, ныҡышмал, тырыш, уңған, алтын миҙалға дәғүә иткән Настяның ҡарарын хуплайҙар.
Шулай итеп, Анастасия Пантелейко Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыусылары араһында X синыфтан берҙән-бер уҡыусы була һәм һынауҙы уңышлы үтеп сыға.
Фото: userapi.com