+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
17 Август 2022, 12:10

Ете йәшлек Ислам донъя рекордын ҡуйҙы!

Миәкә районының Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылында йәшәүсе ете йәшлек Ислам Зәйнетдинов 500 тапҡыр турникта күтәрелеп әйләнеп донъя рекордын ҡуйҙы. 

Ете йәшлек Ислам донъя рекордын ҡуйҙы!
Ете йәшлек Ислам донъя рекордын ҡуйҙы!

Ислам спорт һөйгән, сәләмәт тормош алып барған ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы Айгиз Зәйнетдинов көрәш буйынса донъя чемпионы. Урындағы спорт мәктәбендә тренер булып эшләй, уҡыусыларын ғына түгел, улдарын да көслө рухлы, сыҙамлы, батыр итеп тәрбиәләргә тырыша ул. Дүрт йәшлек Имран ҡустыһы ла турникта 100 тапҡыр әйләнеп үҙ йәше өсөн юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән. 

Ныҡышмал, тырыш Ислам был рекордты ҡуйыу өсөн бер нисә йыл әҙерләнгән. Уның шатлығының сиге юҡ, сөнки әле Рәсәйҙә балалар араһында был һөҙөмтәне бер кем дә ҡабатлай алмаған. Афарин, Ислам! 

Сығанаҡ һәм фото: bash.news

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: