Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә лә ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтә бар. Волейбол, мини-лапта, баскетбол, саңғыла уҙышыу, ниндәй генә ярыш төрө булмаһын, уның уҡыусылары тәүге урындарҙы яулай.
Был уңыш – үҙ һөнәрен яратҡан уҡытыусының эҙмә-эҙлекле, тырыш хеҙмәте. Һәм ошо эшенең һөҙөмтәһе булып, бөгөн, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүе, ҙур баһа булып тора.
Бөгөнгө көндә спорт һәм физкультураны үҫтереү – дәүләт масштабындағы мөһим бурыстарҙың береһе ул. Физкультура һәм спорт – йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим фактор, сөнки беҙҙең киләсәк һәм яңы еңеүҙәр – улар ҡулында.
Ҡыуандыҡ Роберт улы, ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, сикһеҙ бәхет, ғаилә именлеге, оҙон, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, киләсәктә лә яңынан яңы еңеүҙәр, үҫештәр, уңыштар юлдаш булһын! – тип яҙа хеҙмәттәштәре ҡотлап, үҙҙәренең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә.
Беҙ ҙә ҡушылабыҙ ҡотлауҙарға, тағы уңыштар юлдаш булһын, Ҡыуандыҡ Роберт улы!