"Тамыр" телеканалы Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында "Нурлы баласаҡ" тигән байрам концерты ҡуйҙы.
Балаларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксеһе Ринат Фәйзуллин, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесенең беренсе урынбаҫары Альфред Вәлиев сәләмләгән.
Концертҡа Мәскәү сувенирҙары менән индергәндәр. "Мин "Тамыр"ға йөрөргә һәм балалар менән бергә сығыш яһарға хыялланам. Тик Мәскәүҙә "Тамыр" юҡ. Шуға күрә мин байрамға килдем һәм әртистәргә күстәнәстәр килтерҙем. Улар Мәскәүҙә үҙҙәрен иркен тойһондар өсөн", - ти йәш тамашасы Алтынай Вәхитова.
"Мәскәүҙә йәшәгән башҡорттар балаларын "Тамыр" телеканалы менән таныштырыуҙы күптән һорай ине. Әле бөтәһе лә ыңғай ғына килеп сыҡты. Ата-әсәләргә ҙур рәхмәт, Башҡортостандан алыҫта йәшәһәләр ҙә, үҙҙәренең балаларында башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләйҙәр, туған телгә өйрәтәләр. Был йырлы-моңло сәфәрҙәрен "Тамыр" балалары бер ҡасан да онотмаясаҡ", - ти "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.