– «Өмет» халыҡтың өмөтөн аҡланы. Тәүге һандарынан уҡ ул уҡыусылары хәстәре, уҡыусылары ғәме менән йәшәне һәм йәшәй. Кәңәшсе, серҙәш кенә түгел, туранан-тура ярҙамсы ла булды ул халыҡтың. Власть дилбегәһе матбуғат ҡулында булмаһа ла, һүҙ көсө менән хәҡиҡәттең тантана итеүенә ирештек. Ярҙамыбыҙ тейгән кешеләрҙең ихлас рәхмәте – беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк, – ти «Өмет» гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов.
Беҙ, «Йәншишмә» гәзите коллективы, дуҫтарыбыҙҙы юбилейҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Эштәрендә ижади уңыштар, дуҫтарының тағы ла артыуын теләйбеҙ.