+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
5 Август 2021, 10:20

Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновҡа – 75 йәш

Әхәт Рәхмәтулла улы Хөсәйенов 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул – СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры, Башҡортостандың халыҡ артисы, яҙыусы, юмористик хикәйәләр авторы, 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы ла.

Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновҡа – 75 йәш
Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновҡа – 75 йәш

Әхәт Рәхмәтулла улы Хөсәйенов 1946 йылдың 5 авгусында Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған. 1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогы – Илшат Йомағолов) тамамлай. 1966 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй башлай. 1992—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының директоры һәм артисы була. Ә 2002 йылдан Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт юлын дауам итә.

Әхәт Хөсәйенов 80-дән ашыу роль уйнаған. Уның иң сағыу ролдәре: «Ғәлиәбаныу»ҙа – Исмәғил, «Салауат»та – Петр һәм Юлай Аҙналин, «Ҡыҙ урлау»ҙа – Дәүләтбай һәм Ҡотлоәхмәт, «Их, Өфө ҡыҙҙары»нда – Жарыҡбай, «Йәш йөрәктәр»ҙә – Ғәлимйән һәм башҡалар…

– Бәндәнең ғүмере лә, ижади биографияһы ла өлөштәргә бүленмәй, ә һәр яҡшы үҙгәреш күңелде үҫтерә, яңы маҡсаттар билдәләй, – ти иҫәпләй юбиляр.

Уны юбилейы менән ихлас күңелдән  ҡотлайбыҙ, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. 

 

 

Фото: http://bash.bashdram.ru/troupe/xusajnov.html.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: