Олег Закир улы Ханов Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы – Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закирйән Ханов) донъяға килә. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай. Мостай Кәримдең «Айгөл иле»ндә – Ричард Галин, «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектаклендә – Кендек, А. Вампиловтың «Өлкән улым» пьесаһында – Сарафанов, Ф. Бүләковтың «Бибинур, ах, Бибинур!» пьесаһында Абдрахман ролдәре менән халыҡ һөйөүен яулай. Шулай уҡ театрҙың репертуарындағы «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» трагикомедияһында – Ҡарт, «Гөлбостан» спектаклендә – Күсәрбай, «Ҡыҙ урлау» комедияһында Әжмәғол ролдәрен башҡара.
Республика театрҙарында режиссер булараҡ 20-нән ашыу спектакль ҡуйған, сәхнәлә 70-кә яҡын роль башҡарған Олег Закир улы бик күп хөкүмәт наградаларына һәм театр премияларына лайыҡ була.