+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
17 Август 2021, 09:04

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Ләйсән Кәримоваға – 50 йәш

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Ләйсән Кәримова 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Беҙ уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Ләйсән Кәримоваға – 50 йәш
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Ләйсән Кәримоваға – 50 йәш

Ләйсән Ғәбделбарый ҡыҙы Кәримова Стәрлебаш районы Ҡабыҡ-ҡыуыш ауылында донъяға килгән. 1996 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын Салауат башҡорт дәүләт драма театрында башлай. Бында 17 йыл эшләгәндән һуң Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрына күсә.

Ләйсән Ғәбделбарый ҡыҙы бик күп сағыу ролдәре менән тамашасылар күңелен яулай. Мәҫәлән, Флорид Бүләковтың «Таштуғай» спектаклендә – Әлиә, «Ҡыҙҙар ниңә илай?»ҙа – Дилара, «Һипкелле ҡыҙ»ҙа – Ынйы, Наил Ғәйетбаевтың «Үҙ ҡатыныма өйләнәм»дә Гөлбикә ролдәрен башҡара.

2008 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

 

 

Фото: https://www.kino-teatr.ru/teatr/acter/w/ros/555450/foto/1100473/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: