+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Сентябрь 2021, 15:50

Осрашыу барыһына ла оҡшаны

Бөгөн Өфө күп профилле һөнәри колледжында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән ижади осрашыу булды.

Осрашыу барыһына ла оҡшаны
Осрашыу барыһына ла оҡшаны

Республиканан семинарға йыйылған уҡытыусылар һәм студенттар алдында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, колледж директоры Сынтимер Баязитов, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров сығыш яһаны.

Түңәрәк өҫтәл артында гәзит журналдарға яҙылыу, хеҙмәттәшлек хаҡында йәнле һөйләшеү барҙы. Уҡытыусылар, студенттар әҙипкә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындар һорауҙарын бирҙе. Ғөмүмән, осрашыу бик йылы уҙҙы.

Осрашыу барыһына ла оҡшаны
Осрашыу барыһына ла оҡшаны
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: